Йыл һайын Әлшәй районының ЗАГС органдарына биш меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итә, 1400-ҙән ашыу гражданлыҡ хәле акты теркәлә, уртаса өс меңгә яҡын юридик яҡтан мөһим эштәр башҡарыла. Ҡыҫҡаһы, һәр кешенең, уның ғаиләһенең тормош тарихын сағылдырған архив фондын һаҡлау өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Был мәғлүмәттәрҙән инде бөтә дәүләтебеҙ тарихы төҙөлә.
Дәүләт һәм муниципаль органдар өсөн бала тыуыу, никах теркәү йәки уны тарҡатыу, үлем буйынса гражданлыҡ хәле акттарын теркәүгә бәйле статистика күрһәткестәре бик мөһим. Был мәғлүмәттәр барыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы. Район ЗАГС бүлеге етәксеһе Л. Т. Сафина менән әңгәмәбеҙ ҙә тап ошо хаҡта барҙы.
- Лариса Тәминдәр ҡыҙы, статистикаға ярашлы, былтыр республикала демографик хәл насарайған. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тыуым күрһәткесе 12 процентҡа түбәнәйгән. Был йәһәттән беҙҙең районда эштәр нисек тора?
- 2017 йылда районда 416 бала тыуҙы: 200 малай һәм 216 ҡыҙ. 2016 йыл менән сағыштырғанда 48 сабыйға аҙыраҡ. Яңы тыуған сабыйҙарға Леон, Реналь, Ярослав, Морат, Эллария, Эльзана, Кира кеүек һирәк осрай торған исемдәр һайлағандар. Ә Булат, Артем, Тимур, Дим Са(о)фия һәм Риан(н)а исемдәре элеккесә популяр һанала.
Үлем тураһында 627 акт яҙмаһы төҙөлдө. 299 ир һәм 328 ҡатын вафат булды (2016 йылда – 618). Вафат булған ирҙәрҙең уртаса йәше – 65-68 йәш, ҡатын- ҡыҙҙарҙыҡы – 60-65 йәш. Үлемгә килтергән төп сәбәптәр булып йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә ауырыуҙары, онкология иҫәпләнә.
Никахтар йыш тарҡала башланы. Былтыр 155 пар (2016 йылда – 118) айырылышты. 210 ғаилә законлы никахтарын теркәне (2016 йылда – 213).
Исемен алмаштырырға теләп мөрәжәғәт иткән граждандар һаны арта. Быйыл шундай 16 кеше теркәлде. Шуның өсөн ата-әсәләр сабыйҙарына исем һайлауҙа уйлабыраҡ эш итһен ине.
- 2017 йыл ЗАГС органдары ойошторолоуға 100 йыл тулды. Бөгөн һеҙҙең алда ниндәй бурыстар тора?
Ошо дәүер эсендә беҙ ҡулдан яҙыу хеҙмәтенән алып мәғлүмәт технологияларына тиклем ҙур юл үттек. Бөгөн инде хеҙмәттәрҙе электрон тәртиптә күрһәтеү мөмкинлеге биргән заманса инфраструктура бар. Һәр кем, йортонан сыҡмай ғына, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша бала тыуыу, никах теркәү йәки тарҡатыу, уллыҡҡа алыу, үлем осраҡтары буйынса дәүләт теркәүенә электрон ғариза тапшыра ала. Был осраҡта ЗАГС-ҡа билдәләнгән ваҡытҡа дәүләт теркәүе үтеү өсөн генә килергә кәрәк.
Бөгөн беҙҙең алда етди эштәр тора. РФ Президенты Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы халҡы, шул иҫәптән гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе тураһында мәғлүмәт тупланған берҙәм мәғлүмәт ресурсы булдырыла. 1926 йылдан алып 2015 йылдың апреленә тиклемге осорҙа ҡағыҙҙа төҙөлгән акт яҙмаларының архив фонды электрон тәртипкә күсереләсәк. ЗАГС реестры мәғлүмәттәре буйынса илебеҙ халҡы регистры формалаштырыласаҡ. Берҙәм мәғлүмәт ресурсын булдырыу гражданлыҡ хәле акттарын теркәгәндә граждандар тапшырған документтар күләмен аҙайтыу, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү срогын кәметеү һәм хеҙмәт сифатын күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.