Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә эпизоотик хәл ҡатмарлы ҡала. Республика территорияһына бруцеллез, бешмә, сусҡаларҙың Африка тағуны, һыйыр малдарында нодуляр дерматит һәм башҡа хәүефле ауырыуҙарҙы индереү һәм таратыу ҡурҡынысы һаҡлана. Рөхсәтһеҙ мал ташыу йоғошло ауырыуҙар таралыу сығанағы булып ҡала.
Оператив мәғлүмәт алыу һәм тиҙ арала саралар күреү өсөн Башҡортостандың Ветеринария идаралығы “ҡыҙыу линия” телефоны булдырҙы.
Республикала йәшәүселәр 8 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем 8-800-77-55-828 бушлай “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратып, түбәндәге мәсьәләләр буйынса кәрәкле мәғлүмәт ала ала:
-законһыҙ рәүештә мал һәм малсылыҡ продукцияһы ҡайтартыу (ташыу);
- малдарҙың күпләп сирләй башлауы һәм зыянлауы;
-йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың үләкһәләрен табыу;
-һатылған малсылыҡ продукцияһы хәүефһеҙлеге;
-дәүләт ветеринария хеҙмәте эше буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр;
-хайуандарҙың айырыуса хәүефле ауырыуҙарын индереү һәм таратыуға бәйле башҡа мәсьәләләр.
Дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ республика территорияһына йоғошло ауырыуҙар индереү һәм таралыуҙан ышаныслы һаҡлай алабыҙ.