Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
8 Декабрь 2017, 12:43

Ит йәрминкәләренә саҡырабыҙ

Әлшәй ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы Яңы йыл алды ит йәрминкәләре көтә:

Әлшәй ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы Яңы йыл алды ит йәрминкәләре көтә:
10 декабрҙән 24 декабргә тиклем - шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрҙә Өфө ҡалаһының Киров районында (Рабкорҙар урамы, 3, 5, 7);
16 һәм 23 декабрҙә – Стәрлетамаҡта (Коммунистик урамы, 101, “Стәрлетамаҡ – Арена” спорт һарайы майҙаны).
Йәрминкәләрҙә ҡатнашырға теләүселәргә 3-07-41 телефоны буйынса район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә баш белгес И. И. Харрасоваға, иткә келәймә һуғыу мәсьәләһе буйынса – 2-26-96 телефоны аша район ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә.
Ветеринария закондары талаптарына ярашлы, ит һәм ит ризыҡтары һатҡанда сауҙа урынына өҫтәлдәр, элгестәр, ит сабыу өсөн ағас түмәр ҡуйылырға тейеш.
Һатыусыларға ветеринария-оҙатыу документтары, ауыл Советынан белешмә, санитар кейем (халат, алъяпҡыс, еңсәләр), шулай уҡ хужалыҡ һәм һатыусының фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме яҙылған бейджиктар алып килергә кәрәк.