Береһе үлемесле тамамланған – Раевка станцияһында бер үҫмер поезға тапалған.
Бөтә фажиғәле осраҡтарҙы анализлағандан һуң шуны әйтергә була: ололар ҙа, балалар ҙа тимер юлында йөрөү ҡағиҙәләрен күҙәтмәй. Үткәрелгән экспертизалар киң таралған тәртип боҙоуҙарҙың тимер юлын аша сыҡҡанда, шул иҫәптән билдәләнмәгән урындарҙа күҙәтелеүен, йыш ҡына наушниктар кейгән, иҫерек хәлдә булған кешеләрҙең бындай фажиғәләргә тарыуын күрһәтә.
2020 йылда билдәләнмәгән урындарҙан тимер юлы аша сыҡҡан өсөн бәлиғ булмағандарға - 30, ололарға 460 административ протокол төҙөлгән. Иҫкәртеү саралары үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, күптәр ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә боҙа һәм поезд тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып һәләк була.
Тимер юлы эргәһендә булған һәр кем үҙенең хәүефһеҙлеге, балаһын һәм үҙен һаҡларға тейешлеге хаҡында онотмаһын ине:
*поезд яҡынлашып килгәндә платформа ситенә яҡын тормағыҙ;
*билдәләнгән урындарҙа ғына тимер юлы аша сығығыҙ;
*вагондар аҫтынан сыҡмағыҙ;
*тимер юл аша сығыр алдынан хәрәкәт итеүсе состав юҡлығына инанығыҙ.
Владислав ЛОНШАКОВ,
Аксаков станцияһындағы полицияның линия бүлеге инспекторы.