Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
18 Ғинуар 2021, 15:55

Һаҡ булығыҙ: ялған аҡса!

Уҙған йыл районда ялған аҡсаларға бәйле өс осраҡ теркәлде, енәйәт эштәре ҡуҙғатылды.

Һуңғы ваҡытта компьютер технологияларының үҫеше һәм ҡатмарлы полиграфия оргтехникаһынан һәр кемдең ҡуллана алыуы ялған аҡсаларҙың таралыуына булышлыҡ итте. Ысын аҡсанан бер нимәһе менән дә айырылмаған ялған купюралар һәм ҡиммәтле ҡағыҙ бланктарын эшләгәндә енәйәтселәрҙең заманса техник сараларын ҡулланыуы ялған аҡсаларҙы асыҡлауҙа айырым ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Башлыса 1000 һәм 5000 һумлыҡ купюралар таратыла. Шуға ҡарамаҫтан, хоҡуҡ һаҡлау органдары, финанс структуралары һәм касса хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ялған аҡсалар даими рәүештә әйләнештән алына һәм экспертизаға ебәрелә. Енәйәттәрҙең күбеһе ялған аҡсаларҙы танып, уларҙың билдәләрен хәтерҙә ҡалдырған һәм полицияға ваҡытында хәбәр иткән граждандар ярҙамында тиҙ асыла.

Ялған аҡсалар башлыса баҙарҙа, коммерция киоскыларында, АЗС-тарҙа, кесе бизнес предприятиеларында таратыла.

Ялған аҡса таратыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

- купюраларҙы таныш булмаған кешеләрҙә ваҡлатмағыҙ;

- автомобиль йәки күсемһеҙ милек һатҡанда алынған аҡсаны банкта тикшерергә кәрәк;

- валюталарҙы “алмаштырыусылар”ҙан һатып алмаҫҡа, хатта отошлораҡ курс буйынса тәҡдим итһәләр ҙә;

- әгәр һеҙ шикле сифатлы купюраға тап булһағыҙ, уның менән иҫәпләшергә ашыҡмағыҙ, сөнки был да енәйәт, кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итегеҙ;

- баҙарҙа әйбер һатып алғанда, аҡсаға ҡарата бик иғтибарлы булығыҙ;

- банкоматтан аҡса алғанда, чектарҙы һаҡлағыҙ;

- әгәр һеҙгә ялған купюра бирергә тырышһалар, һеҙ быны күреп ҡалғанһығыҙ икән, һатыусының һәм уның менән аралашҡан кешеләрҙең билдәләрен, уларҙың автотранспортын хәтерҙә ҡалдырырға тырышығыҙ һәм полицияға шылтыратығыҙ.

Максим КЛАММ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш төркөмө өлкән оперуполномоченныйы.

Мутлашыусылар ҡорбаны булдығыҙмы йәки ялған аҡса таратыу осрағын күрҙегеҙме? Кисекмәҫтән 02 (102/112 - мобиль операторҙар өсөн), 8(34754) 3-09-91, 8-999-741-1139 телефондары аша полицияға шылтыратығыҙ!

Фото:smolnews.ru

Читайте нас: