Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
13 Ғинуар 2021, 19:00

Баланы мәктәпкә ебәрергәме, юҡмы?

Республикала ҡышҡы селлә етте. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә һыуыҡтар көтөлә. Балаларығыҙҙы, бигерәк тә башланғыс класс уҡыусыларын мәктәпкә ебәргәндә, һауа торошона иғтибарлы булырға саҡыралар.

Әгәр ҙә һауа температураһы -23 градустан түбән булһа, 1-4-се класс уҡыусылары мәктәпкә бармаҫҡа хоҡуҡлы. 25 градустан һыуығыраҡ икән - ауыл мәктәбендә уҡыған 5-9-сы класс уҡыусыларына, 27 градустан түбәнде күрһәтһә, ҡала уҡыусыларына дәрестәргә килмәҫкә рөхсәт.

Ауыл ерендә йәшәгән юғары класс уҡыусылары – 30, ҡалала йәшәгәндәр 32 градус һыуыҡта дәрестәрҙе ҡалдыра ала.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былар талап түгел, ә кәңәш. Балаһын мәктәпкә ебәрергәме-ебәрмәҫкәме икәнлеген һәр ата-әсә үҙе хәл итә. Иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Класта бер бала булған хәлдә лә, уҡытыусы дәрес уҙғарырға тейеш.

Автор: Римма Султанова

Читайте нас: