Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
18 Декабрь 2020, 20:00

Ут бер кемде лә аямай

Районда йыл башынан 146 янғын осрағы теркәлде (былтыр – 129), дүрт кеше һәләк булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыш етеү менән республикала янғындарҙа һәләк булыусылар һаны киҫкен артты. Ҡорбандары араһында балалар ҙа бар.
- Ике көн эсендә, 8 һәм 9 декабрҙә, утта өс баланың ғүмере өҙөлдө, - тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы Дилә Әбелханова. - Янғынға ҡаршы талаптарҙы үтәмәү сәбәпле, Бишбүләк районында ете һәм дүрт йәшлек ике сабыйҙары менән йәш ата-әсә һәләк булды. Ғафури районында булған фажиғәлә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма сигналы һөҙөмтәһендә дүрт кеше йорттан сығып ҡотола, әммә 11 йәшлек малай өлгөрмәй.
Бәлә Әлшәй районын да ситләп уҙманы – Шафран ауылында олатаһы менән биш йәшлек ейәнсәре һәләк булды. Районда йыл башынан 146 янғын осрағы теркәлде (былтыр – 129), дүрт кеше һәләк булды, - тип хәбәр итте Дилә Риф ҡыҙы һәм халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡырҙы.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны -112.

Фажиғәне нисек иҫкәртергә
*Бәләкәй балаларҙы хатта бер аҙға ғына булһа ла, ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ!
*Балаларҙың шырпы, зажигалка һәм башҡа ут сыанаҡтары менән уйнауына юл ҡуймағыҙ!
*Электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, электр селтәренә көс килтермәгеҙ, ҡулдан яһалған электр приборҙарын ҡулланмағыҙ!
*Ятҡан урында тартмағыҙ, тәмәке һәм һәм алкоголдең янғын сығыуға сәбәпсе булыуын онотмағыҙ!

Яңы йыл яҡынлашып килә. Байрам кәйефен төшөрмәҫ өсөн:
*Яңы йыл шыршыһын яҡшылап урынлаштырығыҙ һәм бинанан сығыу юлына төрлө әйберҙәр ҡуймағыҙ,
*төҙөк булмаған электр гирляндаларын файҙаланмағыҙ,
*биналарҙа пиротехник әйберҙәр һәм асыҡ ут ҡулланмағыҙ.

Читайте нас: