Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
7 Декабрь 2020, 20:00

“Шыршы – 2020”

Яңы йыл алдынан республикала ылыҫлы үҫентеләрҙе законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү буйынса сираттағы оператив-профилактик операция үтә.

Был көндәрҙә урман һағы инспекторҙары байрамға шыршылар әҙерләү урындарын ныҡлап тикшерә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә йәшел урман һылыуҙарын һатҡан урындарҙа рейдтар, шулай уҡ урман фонды ерҙәрен тикшереүҙәр үтәсәк, тип хәбәр итә республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға 3 - 4 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн – 20 меңдән 40 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 200 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф һалына. Бынан тыш хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыян 5 мең һум һәм унан да юғарыраҡ икән, граждандар енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

“Шыршы – 2020” операцияһы 31 декабргә тиклем дауам итә.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу, әҙерләү һәм һатыу осраҡтары тураһында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.

Фото: tatar-inform.ru

Читайте нас: