Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
4 Декабрь 2020, 14:45

“Алло! Һеҙҙең картағыҙҙан аҡса урларға итәләр”

Ошо көндәрҙә Раевка ауылында йәшәүсе бер ханым мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгә.

Телефон аша “банк вәкиле” менән һөйләшкәндән һуң, уның картаһынан 270 мең һумдан ашыу аҡсаһы юҡҡа сыға.
Алдаҡсыларҙың эш схемаһы ябай, бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, әммә килемле. Был юлы ла үҙҙәрен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, ҡатындың картаһынан аҡса күсерергә тырышыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн карта номерын һәм смс-хәбәр менән киләсәк кодтарҙы һорайҙар. Барлыҡ шарттарҙы ла үтәп, ханым ҙур сумманан ҡолаҡ ҡаға.
- Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: банктың бер генә вәкиле лә һеҙҙән шәхси мәғлүмәт һорамай. Шуға ла уяу булығыҙ, алдана күрмәгеҙ, картағыҙ тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт (һандар һәм паролдәр) бирмәгеҙ! – ти Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Әҙилә Хәкимова.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былай алданған кешеләр аҙ түгел. Районда йыл башынан 47 мутлашыу осрағы теркәлгән. Күптәр ялған банкир менән һөйләшкәндән һуң ғына түгел, популяр сайттар аша тауар һатып алғанда йәки һатҡанда, шикле интернет-магазиндарға ингәндә, таныш булмаған интернет-ресурстарға һылтанмалар буйынса күскәндә лә аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға. Таныштарына ярҙам итергә ынтылып, социаль селтәрҙәрҙә бурысҡа һораған мутлашыусылар ҡармағына эләгәләр.
Әйтәйек, районда йәшәүсе бер ханым Корея косметикаһы һатып алырға теләй. «Инстаграм»да кәрәкле битте тапҡас, һатыусы менән яҙышҡандан һуң уға тейешле сумманы күсерә. Һөҙөмтәлә, тауар ҙа, аҡса ла юҡ. Икенсе һатып алыусы үҙенә оҡшаған әйберҙе «Авито» ла күрә, ватсап буйынса һатыусы менән аралаша. Тегеһе мәғлүмәттәр тултырыу өсөн һәм курьер хеҙмәтенә түләүгә һылтанма ебәрә. Әммә бөтә шартты үтәгән әлшәйленең картаһынан 50 мең һумға яҡын аҡсаһы юҡҡа сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәтселәрҙең ҡапҡанына һәр кем эләгергә мөмкин. Хатта компьютерҙы яҡшы белгән йәш кеше лә ҡайһы берҙә, бигерәк тә телефон аша һөйләшкәндә, үҙен алдағандарын аңламай. Мутлашыусылар кеше менән ышаныслы итеп һөйләшә белә, ғәҙәттә телефон номеры ла банктыҡы бит. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Әгәр һеҙҙән карта номерын, пин-код һорай башлайҙар икән, телефонығыҙҙы һүндереп ҡуя алаһығыҙ, был - мутлашыусылар!
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Нисек мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫҡа?
*Таныш булмаған кешеләргә банк картаһының номерын, карта артындағы һандарҙы әйтмәгеҙ.
*Таныш булмаған һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ.
*«Авито», «Юла» һәм башҡа сайттарҙа шикле һатыусыларҙан тауар һатып алмағыҙ.
*Таныш булмаған иҫәптәргә аҡса ебәрмәгеҙ.
*Социаль селтәрҙәрҙә ярҙам һорап яҙыусыларға тәүҙә мотлаҡ шылтыратығыҙ.
Читайте нас: