Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
9 Ноябрь 2020, 13:30

Ветеринария хеҙмәте хәбәр итә

Һуңғы ваҡытта илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡош киҙеүе менән зарарланыу осраҡтары асыҡлана.

Йорт ҡоштары араһында ауырыу Саратов, Төмән, Силәбе, Ҡурған, Омск өлкәләрендә һәм Татарстандың Быуа районында теркәлгән. Ошо көндәрҙә күрше республиканың тағы ике районы хужалыҡтарында ауырыу ҡаҙҙар булыуы асыҡланған.

Ҡош-ҡорт киҙеүе - киҫкен үтеүсе айырыуса хәүефле йоғошло ауырыу, ул үпкә һәм аш һеңдереү системаһы зарарланыу, ҡоштарҙың күпләп үлеүе менән характерлана. Инфекцияның төп сығанағы - ауырыу ҡырағай өйрәктәр, ҡаҙҙар, аҡҡоштар һәм башҡа ҡоштар. Ауырыу сирле ҡырағай йәки йорт ҡоштарынан һауа-тамсы юлы менән, шулай уҡ зарарланған аҙыҡ, йомортҡа, ҡаурый, һауыт-һаба аша йоға.

Ауырыуға ҡош-ҡорт ҡына түгел, сусҡалар, аттар, көҙәндәр, сысҡандар, эттәр, бесәйҙәр, башҡа умыртҡалы хайуандар һәм хатта кеше лә бирешә.

Инфекция йоҡторған ҡоштар актив түгел, күп итеп һыу эсә, насар йөрөй, йөндәре ҡабарып тора, ҡарҡылдаған тауыш сығара. Уларҙың күҙҙәре ҡыҙара, сайҡала башлай, эс китеү, көҙән йыйырыу, кикереге һәм алҡалары күгәреүе күҙәтелә. Ҡош киҙеүе менән ауырығанда үлем осраҡтары 100 процентҡа етә.

Инфекция йоҡтороуҙы һәм таралыуҙы иҫкәртеү өсөн:

-йорт ҡоштарының ҡырағай ҡоштар менән йөрөүенә юл ҡуймаҫҡа, йорт ихатаһынан сығармаҫҡа;

- тейешле санитар шарттарҙа аҫрарға;

-ҡош-ҡорт һәм инкубация йомортҡаларын ҡош-ҡорт киҙеүе буйынса имен төбәктәрҙән генә индерергә;

-термик эшкәртелгән сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡтар ҡулланырға;

-шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә.

Ауырыу йәки үлгән ҡош күргән осраҡта, кисекмәҫтән 2-26-96 телефоны буйынса ҡоштоң үлеү сәбәптәрен асыҡлау өсөн район ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.

Александр ДЕМЕШОВ,

Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе урынбаҫары.

Фото: worldofmeat.ru

Читайте нас: