Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
23 Октябрь 2020, 18:00

Алдашып пособие алыу нимә менән янай?

Эшһеҙҙәр сифатында теркәлгәндә граждандар эшһеҙлек буйынса законһыҙ рәүештә пособие алырға уйлаған йәки алған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин.

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге белгестәрен алдап, эш менән тәьмин ителгәнлеген йәшергән, эше һәм хеҙмәт хаҡы булмауы тураһында ялған мәғлүмәттәр йыйылған документтар биргән өсөн «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Пособиены законһыҙ алыу факттарын асыҡлағанда, беҙ түләүҙе туҡтатабыҙ һәм гражданды эшһеҙҙәр иҫәбенән төшөрәбеҙ.

Әгәр алдау юлы менән эшһеҙлек буйынса пособие алған кешеләр бурыстарын тулы күләмдә түләмәй икән, беҙ законһыҙ алынған сумманы түләттереү тураһында судҡа дәғүә ғаризаһы тапшырабыҙ, бер үк ваҡытта материалдарҙы енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы мәсьәләне ҡарау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрәбеҙ.

Йыл башынан районда алдау юлы менән эшһеҙлек буйынса пособие алыуҙың 12 осрағы асыҡланды. Ете кеше аҡсаны ирекле рәүештә кире ҡайтарҙы, биш кешенең эше полицияға тапшырылды.

Венера ХӘМИҘУЛЛИНА,

халыҡты эш менән тәьмин итеүҙең көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: