Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
7 Октябрь 2020, 19:40

Телефон түгел, башҡа бәлә булды

Заманса элемтә сараһын һатып алыу Раевкала йәшәүсе ханымға ҙур проблемалар килтерҙе.

Ике йыл элек тиерлек, 2018 йылдың октябрендә был ханым район үҙәгендәге элемтә салондарының береһендә билдәле маркалы ҡиммәтле смартфон һатып ала. Әммә тауар хужабикәһен оҙаҡ шатландырмай, гарантия срогы сыҡҡанға тиклем уның етешһеҙлеге - батареяһының дөрөҫ эшләмәүе асыҡлана. Һатып алыусы сервис үҙәгенә мөрәжәғәт итә, әммә унда телефонға башҡа етештереүсенең батареяһы ҡуйылыуына һылтанып, гарантиялы хеҙмәтләндереүҙән баш тарталар.

Артабан ханым, етешһеҙлектәрен күрһәтеп, смартфонды һатыусыға дәғүә ебәрә һәм һатыу-алыу килешеүен тарҡатыуҙы һәм аҡсаһын кире ҡайтарып биреүҙе талап итә. Был 2019 йылдың декабрендә була. Магазинда тауарҙы сифатын тикшереүгә килтереүҙе һорайҙар, һатып алыусы телефонды килтереп бирә. Әммә әлегә тиклем ул үҙенең ватыҡ телефонын да, уны һатып алыуға тотонған аҡсаһын да күрмәгән. Уға ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итергә тура килгән.

- Суд ҡарары менән һатып алыусының һатыусыға дәғүә талаптары өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелде: элемтә салонынан телефон өсөн түләнгән 65 мең 303 һум аҡсаны ҡайтарып биреү срогын боҙған өсөн 50 мең һум неустойканы, әхлаҡи зыян өсөн 1 мең һум компенсацияны, 58151,5 һум күләмендә штрафты түләттерергә ҡушылды, - тип хәбәр итте Әлшәй район суды судьяһы ярҙамсыһы Светлана Шәмсетдинова.

Читайте нас: