Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
9 Сентябрь 2020, 12:30

10 сентябрҙә Башҡортостанда көндәр һалҡынайта һәм ямғырҙар башлана

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 9 сентябрҙә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан – секундына 8-13 метр. Урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ — 22-27 градус.

10 сентябрҙә төбәктә бер аҙ ямғыр яуа. Төндә көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән киҫкен.

Һауа температураһы төндә — 9-14, көндөҙ — 14-19 градус.

11 сентябрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа.Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төндә йомшаҡ, көндөҙ талғын.

Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ — 16-21 градус.

https://www.bashinform.ru/bash/1490525/

Читайте нас: