Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
7 Сентябрь 2020, 16:30

Гагарин урамынан үттем дә, Баҡса урамына боролдом...

Юрий Антоновтың күптәр яратҡан бер йырының һүҙҙәре иҫкә төштө, үҙем дә һиҙмәҫтән уларҙы үҙебеҙҙең Гагарин һәм Баҡса урамдары менән сағыштырҙып ҡуйҙым. Матур яңғырайҙар, иҫтәлектәрҙе яңырталар, әммә шул уҡ ваҡытта бөгөнгө ысынбарлыҡҡа алып ҡайталар.

Юлыбыҙҙы “Арзан” магазины урынлашҡан күп ҡатлы йорттар тирәһенән башлайыҡ, йорт ихатаһында ватылған быяла ярсыҡтары ялтырап ята, юҡҡа ғына бында йәшәүселәр был урынды “зәңгәр Дунай” тип атамаған. Бындағы төҙөлөш сүп-сарына яҡын-тирәлә йәшәгән кешеләр үҙ участкаларынан ағас ботаҡтарын да килтереп ташлай.

- Күрәһегеҙме, төҙөлөш дауам итә, сүп-сар төрлө яҡҡа оса, ә ботаҡтарҙы беҙ йыйыштырабыҙ, - тип аңлата яҡында йәшәүсе бер ир.

Элекке шәкәр заводы магазины артындағы Йәшел урамының 2-се йорто ҡаршыһында картуф, кишер, помидор һабаҡтары өйөмө, шифер киҫәктәре, авторезина, иҫке өҫтәл, ултырғыс, креслолар таралып ята һәм эргәһендә ике буш контейнер тора. Көнкүреш сүп-сары ваҡытында сығарыла, ә контейнер эргәһендә өйөлгән сүпте таҙартырға кеше юҡ.

Баҡса урамына сығабыҙ. Исеменән күренеүенсә, был урамда емеш ҡыуаҡтары һәм ағастары үҫкән матур баҡсалар күҙ алдына килә. Асфальтланған, таҙа, әммә... 6-сы балалар баҡсаһы артындағы һәм Беренсе Май урамына ҡараған участкаларҙағы контейнерҙар янында, уларҙың берәүһе ике аҙна тирә түңкәрелгән килеш ята, шулай уҡ ағас ботаҡтары, йәшел помидор һабаҡтары һәм кәбеҫтә күсәндәре туҙып ята. Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ғына бер йәш ҡатын ҡарайып бөткән ике таҡта киҫәге килтереп һалды, ә бит уларҙы утын урынына мунсаға ла яғып була ине. Ә күп баҡсасылар сүп урынына сығарып ырғытҡан үҫемлек һабаҡтары – бик ҡиммәтле биоматериал. Уларҙы файҙаланыу башлыса органик ашламаларҙы алмаштыра, йәш үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлай, мул уңыш алырға ярҙам итә. Тупраҡты йәшел ашламалар менән туҡландырыу экологик яҡтан таҙа йәшелсә, емеш-еләк йыйып алыу мөмкинлеге бирә. Хөрмәтле ауылдаштар, үҫемлек һабаҡтарын, ботаҡтарҙы, үләндәрҙе һәм башҡа шундай сүп-сарҙы урамға ташламағыҙ, компост соҡоро эшләһәгеҙ, файҙаһын күрерһегеҙ. Гагарин урамының бөтә матурлығын боҙған ошондай сүп өйөмдәрен тағы ла бер нисә урында күрергә тура килде. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ уйнаған ерҙе, һулаған һауабыҙҙы бысратмайыҡ. Бер-беребеҙгә һәм беҙҙе уратып алған тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булайыҡ.

Читайте нас: