Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
24 Август 2020, 18:00

Ҡауын һәм ҡарбуздар ҡайҙан килгән?

Быны район хакимиәте вәкилдәре менән бергә әүҙем йәш гвардиясылар асыҡланы.

Быны район хакимиәте вәкилдәре менән бергә әүҙем йәш гвардиясылар асыҡланы

Берсә йылы ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырған, берсә ел-ямғырлы, боҙборсаҡтар яуып торған йонсоу көндәре менән хафаға һалған, ә баҙар-кибеттәрҙә баҡса емештәре менән һөйөндөргән йәйҙең һуңғы айы ла тамамланып килә.

- Ниндәй хуш еҫле, тәмле ҡауын-ҡарбуздар! - тип саҡыра бында килеүселәрҙе һатыусылар.

- Миңә өлгөрмәгән ҡарбуз эләкте, - ти бер ҡатын үҙенең юлдашына.

- Ә мин кисә шундай татлы, ярмалыһын һатып алдым, ашаған һайын ашағы килә, - тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.

Әммә берәү ҙә сауҙа хеҙмәткәрҙәренең баҡса емештәренә сертификаты бармы-юҡмы икәнлеген һорарға уйламаны ла. Ә бына “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты сиктәрендә әүҙем йәш гвардиясылар был йәһәттән бик күп ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡланы.

- Раевка ауылында сауҙа нөктәләрен тикшергәндә һатыусыларҙың баҡса культураларын һатыуға сертификаттары булмауын белдек. Улар ҡарбуз һәм ҡауындарҙы ҡайҙан алып килеп һатыуҙары тураһында аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Миҙгел аҙағына тиклем беҙ бындай рейдтарҙы даими үткәрәсәкбеҙ. Билдәһеҙ сифатлы продукцияның өҫтәлдәрҙә урын алыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ, - ти төркөм етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк сәйәси советы ағзаһы Динар Әхмәҙрисламов.

Халыҡ контролерҙары, Роспотребнадзор белгестәре һатып алынған емеш-еләкте өйҙә йылы һыу менән яҡшылап йыуырға, ә теленгән киҫәктәрҙе һыуытҡыстарҙа ғына һаҡларға кәңәш итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәхәтләнеп һыйланығыҙ, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!

Читайте нас: