Хөрмәтле ата-әсәләр! Баланы автомобилдә йөрөткәндә, мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус тотоп тороусы яйланмаларҙы файҙаланығыҙ. Улар авария булған осраҡта эҙемтәләрҙең ауырлығын бер нисә тапҡыр кәметергә һәм баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәгән өсөн 3 мең һум күләмендә административ штраф ҡаралған.
Хәтерегеҙгә тотоғоҙ: бала ата-әсәләрҙән йәки өлкәндәрҙән өлгө алып өйрәнә. Һеҙҙең үрнәгегеҙ үҙ балағыҙҙы ғына түгел, башҡа балаларҙы ла урамда тәртипле булырға өйрәтһен. Юлды аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: шәхси үрнәк - уҡытыуҙың иң аңлайышлы формаһы.
Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы.