Уларҙың береһе - хәйриә кәрәк-яраҡтарына (коронавирус менән ауырыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә һ. б.) аҡса йыйыу рәүешендә граждандар һәм ойошмаларҙың средстволарын урлау. Ҡағиҙә булараҡ, бындай енәйәттәр мессенджерларҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ярҙам күрһәтеүгә саҡырып урынлаштырыу юлы менән ҡылына.
Киләһе төр – йәнәһе, коронавирус йоҡтороуҙан ҡотҡарыусы тауарҙар, шулай уҡ әлеге инфекциянан «вакциналар» һатыу.
2020 йылдың ғинуарынан башлап “Интернет” селтәрендә бөтә дөнъя буйынса, әлегә ундай саралар булмауға ҡарамаҫтан, коронавирустан һаҡлаусы препараттар һатыу тураһында иғландар пәйҙә булды. Бынан тыш, йәнәһе, был сирҙән ҡотҡарыусы бетеүҙәр, микстуралар, дини культ предметтары һатыла. Им-том менән дауалау, сихырлау, “өшкөрөлгән һыу” һатыу кеүек окультизм хеҙмәттәре күрһәтеү ҙә урын алған.
Шулай уҡ, енәйәтселәр граждандарға, йәнәһе, үҙ аллы изоляция режимын боҙған өсөн күрһәтелгән реквизиттарға штрафтарҙы түләү талабы менән хәбәр ебәрәләр. Мутлашыусылар шәхси мәғлүмәттәрҙән файҙаланыу маҡсатынан, абоненттарға зыянлы программалар менән тәьмин ителгән хаттар, шул иҫәптән, йәнәһе, медицина учреждениелары, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан ебәрелгән хаттарҙы һалыуҙы ойоштора. Һуңынан бындай ысул менән алынған шәхси мәғлүмәттәр кешеләрҙең счеттарынан аҡса урлау өсөн ҡулланыла.
Хәҙерге ваҡытта граждандарға уларҙың туғандары йәки медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре исеменән коронавирус йоҡторған яҡын кешеләрен дауалауға аҡса күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итеүгә бәйле мутлыҡ ҡылыуҙар таралған.
Әлеге ваҡытта үҙ аллы изоляция осоронда ирекле хәрәкәт итеүгә, шул иҫәптән коронавирустың асыҡланған билдәләре менән бәйле карантинда булған йәки зарарланған кешеләр менән контактта тороуға рөхсәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу тураһында мутлашыуҙар актуаль булып китте.
Мутлашыусыларҙың үҙҙәрен авиакампания йәки туристик агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, коронавирус пандемияһына бәйле, ғәмәлдән сығарылған билет һәм туристик юлламалар хаҡын кире ҡайтарыу тураһындағы тәҡдимдәргә бәйле енәйәтсел ғәмәлдәр ҡылыу осраҡтары асыҡланды.
БР прокуратураһының енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләнеү эшсәнлеген күҙәтеү идаралығы.
Фото: ach-rajon.ru