Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
20 Июль 2020, 21:00

Һыу буйындағы ял фажиғәгә килтермәһен

Ирекмәндәр һәм әүҙем йәш гвардиясылар һыу ятҡылыҡтарында булды.

Көндәр ныҡ эҫе торғанлыҡтан, һыу буйында ял итергә теләүселәр бик күп, әммә һыу ҡорбандарының да һаны киҫкен арта. Көн һайын әле тегендә, әле бында һыуға батҡан ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, балалар тураһында мәғлүмәттәр күңелһеҙ статистиканы тулыландырып тора.

Бәхетһеҙлек осрағына юл ҡуймау маҡсатында район хакимиәтенең Спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов етәкселегендә ирекмәндәр һәм әүҙем йәш гвардиясылар Дим йылғаһы буйында, Ыҫлаҡ һыуһаҡлағысында һәм кеше күпләп ял иткән башҡа бик күп урындарҙа булдылар.

- Беҙ ял итеүсе граждандарға һыуҙа, һыу буйында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлаттыҡ, хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәрттек, шулай уҡ 500-ҙән артыҡ йөкмәткеле иҫкәрмәләр һәм буклеттар тараттыҡ. Ололарға һыу ингәндә бигерәк тә балаларҙы күҙҙән яҙҙырмаҫҡа, яр буйында ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәклеге тураһында аңлаттыҡ, фажиғәле осраҡтар тураһында миҫалдар килтерҙек. Шулай уҡ ял итеүселәргә һәм һыу инеүселәргә рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртеү яһаныҡ, - тип һөйләне Динар Марат улы.

Ялығыҙ күңелле үтһен тиһәгеҙ, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Һыуҙың яҡшы кәйеф бүләк итеүе менән бер рәттән, ҙур хәүеф сығанағы булыуын да хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Читайте нас: