Һыу буйында ял иткәндә үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Фәрит ҒҮМӘРОВ аңлата:
- Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республиканың һыу объекттарында 73 бәхетһеҙлек осрағы булды. Статистика һыу инеүселәрҙең йышыраҡ көндөң икенсе яртыһында, 14-21 сәғәттәрҙә, батыуын күрһәтә.
Һыу ятҡылыҡтарын буйында түбәндәге төп хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү мөһим:
-таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу ҡойоноуҙан тыйылығыҙ, унда көслө һыу аҫты ағымдары, өйөрмәләр, лапылар, тәрән урындар, һалҡын шишмәләр булырға мөмкин;
-һыу ҡойоноу өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ;
-иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ;
-ярҙан йыраҡ китмәгеҙ йәки йылғаны йәиһә күлде аша йөҙөп сығырға тырышмағыҙ;
-балаларҙы үҙҙәрен генә һыу ятҡылыҡтары янына ебәрмәгеҙ, шулай уҡ һыу буйында ял иткәндә уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү ҙур фажиғәгә килтерә, шуның өсөн үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!