Телефонды шунда уҡ ремонтҡа илтергәме, әллә инде үҙең уға беренсе ярҙамды күрһәтеп ҡарарғамы? Смартфонды ҡотҡарып ҡалыу сараһы бар! Әммә уны тиҙ арала күреү кәрәк. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, сервис үҙәгенә барып, байтаҡ ҡына аҡса түгеп ҡайтыуҙан ҡотолоп ҡаласаҡһығыҙ!
1-се аҙым. Телефонды һүндерегеҙ.
2-се аҙым. Корпусын ҡоротоп һөртөгөҙ. Бының өсөн бары тик ҡоро салфетка йәки таҫтамал файҙаланығыҙ. Әммә фен ҡулланырға ярамай! Юҡһа телефонды бөтөнләй яраҡһыҙға сығарырға мөмкинһегеҙ.
3-сө аҙым. Батареяһын алып ҡуйығыҙ.
4-се аҙым. Сим-картаһын алып ҡуйығыҙ. Шул рәүешле һис юғы телефон китабын һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ.
5-се аҙым. Телефондың эсен салфетка яҙамында һаҡлыҡ менән генә ҡоротоп һөртөгөҙ.
6-сы аҙым. Батареяһы һәм сим-картаһы алнынған смартфонды дөгө тултырылған ҡапсыҡҡа һалып (дөгө эсенә үк тығырға), ауыҙын бәйләп ҡуйығыҙ (ҡаптырмалы целлофан пакет булһа – тағын да һәйбәтерәк). 24сәғәт буйы шунда тотоғоҙ. Ошо ваҡыт эсендә дөгө телефонға кергән һыуҙы тулыһынса үҙенә һеңдерәсәк, тип яҙа vatantat.ru.