Сөнки уларҙың күбеһе – туғандары, дуҫтары, курсташтары, коллегалары, бер һүҙ менән әйткәндә, сит кешеләр түгел. Ысынлап та борсолоп, “Ҡасан?”, “Хоҙайым, нимә булды?”, “Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам” тигән смс-хәбәрҙәр яуҙыра башлай улар. Ә яуапҡа: “Аҡсалата ярҙам итә алмаҫһыңмы? Иртәгә һуңға ҡайтарып бирәм” тигән хәбәр килә. Ярай әле, ышанмайынса, барыһы ла шылтыратып хәлде асыҡларға тотона. Баҡһаң, ханымдың “ВКонтакте” селтәрендәге битен “ватып”, алыҫ бер курорт дәүләтенән шундай “ҡайғылы” хәбәр ебәреп яталар икән!
Хакерҙарҙы оялтырға теләп яҙылған хәбәргә ҡаршы иһә (норматив булмаған лексиканы төшөрөп ҡалдырабыҙ): “Ышаналар бит!” тип яуап ҡайтаралар.
Шулай булғас, хөрмәтле әлшәйҙәр, ошондай яҙмаларға ышанып бармағыҙ. Ярҙам итергә теләгегеҙ ҙур булһа ла, аҡса ебәрер алдынан тәүҙә шылтыратығыҙ, осрашып һөйләшегеҙ. Юғиһә, еңел аҡса эшләү ысулын тапҡан, беҙҙең иҫәпкә йылы диңгеҙ буйында ҡыҙынып ятҡан мутлашыусылар артасаҡ ҡына.
Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?
Банк картағыҙҙың ғәмәлдән сығыуы тураһында хәбәр алдығыҙмы? Ул номерға шылтыратмағыҙ, яуап итеп хәбәр ҙә яҙмағыҙ. Картағыҙҙың артына яҙылған номерға шылтыратығыҙ!
Сит кешеләргә банк картағыҙҙың номерын, артҡы яғындағы һандарҙы хәбәр итмәгеҙ!
“Бәләгә тарыған” туғандарығыҙға, таныштарығыҙға мотлаҡ шылтыратығыҙ!
Интернет-магазинда йәки “Авито”ла һеҙгә кәрәкле әйберҙе осһоҙ хаҡҡа күрҙегеҙме? Электрон янсыҡҡа алдан түләү ебәрергә ашыҡмағыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һатыусы тураһында мәғлүмәт эҙләгеҙ, башҡа һатып алыусыларҙың фекерҙәрен уҡығыҙ!
Һеҙҙең иғлан буйынса "потенциаль" һатып алыусы шылтыратып, залог индерергә тәҡдим иттеме? Бер ҡасан да уға шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, карта номерҙарын, паролдәрегеҙҙе хәбәр итмәгеҙ! Хәбәрҙә күрһәтелгән һылтанма буйынса күсмәгеҙ һәм кәрәҙле телефонығыҙға һеҙгә таныш булмаған мобиль ҡушымталарҙы урынлаштырмағыҙ!
Һис ҡасан да таныш булмаған кешеләргә, ниндәй генә бүләк вәғәҙә итмәһендәр, бурысҡа аҡса бирмәгеҙ!