Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
6 Февраль 2020, 14:25

Мутлашыу

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте һеҙгә бер ҡасан да шылтыратмай!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың күп тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ауыл халҡы мутлашусылар тоҙағына көндән-көн күберәк эләгә. Аҡса урлауҙың киң таралған ысулы булып, элеккесә, ялған банк хеҙмәткәрҙәренең телефондан шылтыратыуҙары һәм интернетта бирелгән белдереүҙәр ҡала.
Мутлыҡ ҡылыусылар кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныта һәм бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған, ышаныслы тауыш менән һеҙҙең картанан шикле түләү үтеүе тураһында хәбәр итә. Әгәр уны туҡтатмаһағыҙ, һеҙ аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағаһығыҙ, тип ҡурҡыта. “Зыян күреүсе” “ярҙам итеү”гә ризалыҡ биргәс, улар карта номерын, шул иҫәптән карта артындағы өс һанлы кодты һәм СМС-хәбәр менән килгән паролде һорайҙар.
Ошо көндәрҙә район үҙәгендә йәшәүсе өлкән йәштәге ир 80 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
- Бөгөн мутлашыусылар тоҙағына пенсионерҙар ғына түгел, йәштәр ҙә эләгә, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе Камил Манаев. - Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте клиентҡа бер ҡасан да шылтыратмай! Әгәр ҙә бындай шылтыратыу килһә, хатта һеҙгә исем-шәрифтәрегеҙ менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә һәм телефон номеры банктыҡына оҡшаған булһа ла, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ! Шик-шөбһәләрегеҙҙе таратыу өсөн картағыҙ артындағы номер буйынса йәки үҙегеҙҙең банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Бер ҡасан да һәм бер кемгә лә ПИН-кодығыҙҙы әйтмәгеҙ! Шулай уҡ таныш булмаған кешеләргә паспортығыҙҙы һәм башҡа шәхси мәғлүмәт бирмәгеҙ!
Бындай енәйәттәрҙе асыуы бик ауыр, сөнки алдаҡсылар алыҫтан, хатта сит илдән дә шылтыратырға мөмкин. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары уяу булырға, мутлашыу осраҡтары тураһында атай-әсәйҙәрегеҙҙе, өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы иҫкәртеүҙе һорай.
Мутлашыуҙың йыш осрай торған икенсе төрө – интернет аша һатыу-алыуҙар. Бында һатып алыусыларға ла һәм һатыусыларға ла хәүеф янай. Мәҫәлән, “Авито”ла белдереү буйынса техника һатып алырға теләгән ауылдашыбыҙҙан һатыусы аҡсаның бер өлөшөн алдан түләүҙе һораған, имеш тағы ла бер клиенты бар, әгәр тракторлы булғығыҙ килһә, аҡса ебәрергә кәрәк. Ҡатын шатлығынан тиҙерәк 25 мең һум аҡса күсерә, мутлашыусылар уға адресты, ҡайҙа килергә икәнлеген әйтә. Артабанғы хәлдәр яйға һалынған схема буйынса дауам итә – адрес ялған була, һатыусының телефоны ла яуап бирмәй башлай.
- Әйберҙе үҙ күҙегеҙ менән күрмәй тороп, һатыусы йәки һатып алыусы менән шәхсән һөйләшмәйенсә, аҡса күсермәгеҙ! Алдаҡсылар бик хәйләкәр ул! – тип иҫкәртә Камил Миҙхәт улы. – Һеҙҙе шулай уҡ тауар хаҡының бик түбән булыуы ла һағайтырға тейеш, һөҙөмтәлә аҡсаһыҙ ҡалыуығыҙ йәки һатып алған әйберегеҙ һеҙ теләгән тауар булмаҫҡа мөмкин.
Элеккесә, енәйәт ҡылған йәки юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән улығыҙға, ейәнегеҙгә ярҙам кәрәк тип шылтыратыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә аккаунтығыҙҙы “ватып инеп”, финанс ярҙам һорауҙар һәм “приколдар банкы” купюралары менән иҫәпләшеүҙәр мутлашыусыларға ҙур килем килтерә.
- Енәйәтселәрҙең табыш алыу ысулдары бик күп, шуға ла алданмағыҙ, бик иғтибарлы булығыҙ, - тип мөрәжәғәт итә әлшәйҙәргә хоҡуҡ һаҡлаусылар.
фото/Pixabay
Читайте нас: