Ылыҫлы ағас үҫентеләрен һаҡлау, шыршы әҙерләү, ташыу һәм һатыуға контроллек итеү маҡсатында 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы-2019” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла.
Ҡануниәткә ярашлы, урман фондына зыян килтергән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫкән өсөн граждандарға – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән алып 40 мең һумға тиклем һәм юридик шәхестәргә 200 мең һумдан алып 300 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Бынан тыш, браконьер килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыян суммаһы биш мең һум һәм унан да күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусыға енәйәт яуаплылығы билдәләнә, уның алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Әгәр законһыҙ рәүештә шыршы киҫеп алғанда автомототранспорт саралары, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника ҡулланылһа, штрафтар күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар тартып алына.
Ылыҫлы йәш ағас үҫентеләрен законһыҙ киҫеү һәм һатыу осраҡтары тураһында 8 (347) 218-13-87, 8 (347) 218-13-88, 8 (34754) 3-01-51 телефондары буйынса (эш ваҡыттарында), эшләмәгән ваҡыттарҙа 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
республика Урман хужалығы министрлығының дәүләт урман инспекторы.
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.