Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
16 Декабрь 2019, 15:55

Петарда, фейерверк - ҙур хәүеф сығанағы

Һуңғы йылдарҙа фейерверк, салют атыу модаға әйләнеп китте. Әммә уларҙың ҙур хәүеф сығанағы ла булыуын онотмайыҡ!

Уҙған йыл республиканың 57 район-ҡалаһында фейерверк һәм салют атыу өсөн махсус майҙандар булдырылды. Быйыл был урындарҙа янғын һүндереүселәр дежурҙа торасаҡ. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа фейерверк осорған өсөн ҙур штрафтар ҡаралған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоуҙы үтенә:

– салюттарҙы торлаҡ биналар һәм тиҙ янып китеүсән әйберҙәрҙән 30 метрҙан да яҡын арала, шулай уҡ түбән япмалар һәм ағастар эргәһендә атмаҫҡа;

– пиротехниканы кеҫәлә йөрөтмәҫкә;

– фитилде яндырғанда биткә яҡын тотмаҫҡа;

– көслө ел ваҡытында ҡулланмаҫҡа;

– ракета һәм фейерверктарҙы кешеләргә йүнәлтмәҫкә;

– петардаларҙы аяҡ аҫтына ташламаҫҡа;

– ҡабынған фейерверк өҫтөнә эйелмәҫкә;

– янып торған салют һәм фейерверктар янына 15 метрға яҡын килмәҫкә.

Байрам шыршыһыҙ һәм гирляндаһыҙ булмай. Ләкин яһалма шыршыларҙы һәм электр гирляндаларын махсус магазиндарҙан ғына һатып алығыҙ. Петарда шартлатам тип, имгәнеп ҡуймағыҙ!

фото/Pixabay