– Көҙгө мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, тикшерелгән 71 мең гектар майҙандың 44 мең гектарында сысҡан оялары табылған. Ужым культураларының бер гектарында 48 оя иҫәпләгәндәр, яландарҙа 90 оя асыҡланған. Сысҡандарҙың иң күбе Өфө районында теркәлгән, – тип хәбәр итә үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡова.
Белгестәр сысҡандарға ҡаршы “Бактороденцид” тип аталған дарыуҙы ҡулланырға кәңәш итә.
Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Шуға күрә подвалда, гаражда, башҡа йорт ҡаралтыларында эшләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Ауырыуҙың төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноуы, йүткереү, тамаҡ шешеү, күҙҙең күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Ваҡытында дауаланмаһаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөрҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен тойғас та дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.
"Башҡортостан" гәзитенән.