Банк карталарынан ҙур сумма аҡса урлау, популяр сайттар аша тауар һатҡанда һәм алғанда, интернет-магазиндар аша заказ биргәндә алдашыу, улын йәки ейәнен бәлә-ҡазанан ҡотҡарыуҙы һорау, социаль селтәрҙәрҙә сит аккаунттарҙы “ватып” инеп, бер аҙ ваҡытҡа аҡса һорап тороу....Мутлашыу ысулдары бик күп һәм алдаҡсыларҙың ҡапҡанына эләгеүселәр һаны ла кәмемәй. Йыл башынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге тарафынан мутлашыу осраҡтары буйынса 51 (+30) енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Һуңғы ваҡытта банк карталарынан аҡса урлау айырыуса йышайҙы. Башлыса, банктың именлек хеҙмәтенән шылтыраталар йәнәһе, һеҙҙең иҫәп-хисаптан аҡса урларға теләүҙәрен әйтәләр һәм быны туҡтатыу өсөн карта мәғлүмәттәрен хәбәр итеүҙе һорайҙар. Мутлашыусыларҙың тоҙағына, ғәҙәттә, өлкән йәштәгеләр генә эләгә тип уйлайбыҙ. Күптән түгел ялған банк хеҙмәткәре шылтыратыуына ышанып, бер егет ҙур суммала аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Аҡсаны нисек һаҡларға һуң?
- Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, банк именлеге хеҙмәте бер ҡасан да клиентҡа шылтыратмай. Әгәр һеҙгә шундай шылтыратыу булһа, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ, унан һуң картағыҙҙа күрһәтелгән номер буйынса йәки үҙегеҙҙең банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Бер ҡасан бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, карта номерын, ПИН-кодығыҙҙы хәбәр итмәгеҙ! – ти Әлшәй районы эске эштәр бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Эльвир Шәймарҙанов.
Социаль селтәрҙәрҙә мутлашыусыларҙан зыян күреүселәр, элеккесә, күп. Улар кешенең социаль селтәрендәге битенә инеп, уның дуҫтарына дауаланыуға, бер аҙ ваҡытҡа ғына һәм хатта яҡынын ерләүгә аҡса һорап смс-хәбәр ебәрәләр. Йәш ҡатындан туғаны исеменән ике-өс көнгә кредитты ҡаплау өсөн аҡса һорап торалар, ул уларға ышанып, бөтә үтенесен үтәй – банк картаһының ике яғын да фотоға төшөрөп ебәрә, ”Мобиль банк” хеҙмәтен тоташтыра, килгән кодты хәбәр итә һәм 14 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ә икенсе ҡатынға алтын отоу “бәхете” тейә, был хаҡта уға “ВКонтакте” селтәрендә хәбәр ебәрәләр. Бүләкте 24 мең һум күләмендә аҡсалата бирергә вәғәҙә итәләр. Һөҙөмтәлә банк картаһы буйынса бөтә талаптарҙы үтәп, ҡыҙ үҙе аҡсаһыҙ ҡала.
Алдаҡсылар телефон буйынса, социаль селтәрҙәрҙә генә эшләмәй, улар өйөгөҙгә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән, өлкән йәштәге ир һимертелгән малын уңышлы һатырға килешеүенә бик шатлана, кискә табан, ниһайәт, уның йорто эргәһенә тағылмалы еңел машина килеп туҡтай. Ярайһы ғына хаҡҡа килешәләр, һатып алыусы ҡараңғы төшөп килгәндә ихатала уҡ аҡсаһын түләп, үгеҙҙе алып китә. Әммә.. Ысын аҡса урынына “приколдар банкы” купюраларын ҡалдырған була. Бер ҡатлы пенсионер уның исемен дә һорамай, машинаһының дәүләт номерын да хәтерендә ҡалдырмай.
- Ышанһаң да уяу булырға кәрәк! Шул ваҡытта ғына күп күңелһеҙ осраҡтарҙан ҡотолоп була. Мәҫәлән, әгәр һеҙгә социаль селтәрҙәрҙә аҡса һорап хәбәр килһә, шунда уҡ кәрәкле сумманы ебәрмәгеҙ, тәүҙә танышығыҙға шылтыратығыҙ, ысынлап та уға ярҙам кәрәкме икәнлеген асыҡлағыҙ. Шулай уҡ ҙур суммаға килешеү төҙөгәндә лә һаҡ булығыҙ. Туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе шаһит итеп саҡырығыҙ. Бер ҡатлы булмағыҙ!