Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
15 Октябрь 2019, 12:38

Фажиғәгә юл ҡуймайыҡ

Ошо осорҙа беҙҙең районда янғынға ҡаршы 1517 датчик урынлаштырылды, шуның 771-е быйыл ҡуйылған.

Күптән түгел Кушнаренко районында янғын хәүефен хәбәр итеүсе махсус прибор дүрт ирҙең ғүмерен ҡотҡарған. Был ҡоролма янғындың башланғыс стадияһында - үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡотҡарыу мөмкинлеге булған ваҡытта уҡ төтөндө һиҙеп ҡала.

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, өс йылда республикала ошондай махсус приборҙар һөҙөмтәһендә 285 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере һаҡлап ҡалынған. Ошо осорҙа беҙҙең районда янғынға ҡаршы 1517 датчик урынлаштырылды, шуның 771-е быйыл ҡуйылған.

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр йәшәгән, балалар тәрбиәләнгән һәм социаль яҡтан хәүефле тип иҫәпләнгән йорттарҙа һәм квартираларҙа автономиялы янғын датчиктары бушлай ҡуйыла. 2018 йылдың 1 ғинуарынан иһә балалары тыуған бөтә ғаиләләр ҙә бындай приборҙар менән тәьмин ителә. Хәҙер шулай уҡ был ҡорамалды яңғыҙ йәшәүсе 55 йәштән өлкән кешеләр ҙә бушлай ала ала.

- Йылытыу миҙгеле башланыу менән күптәр йылытыу приборҙарын ҡуллана башлаясаҡ, был да хәүеф тыуҙыра. Йорттарға янғын датчигын ҡуйыу – фажиғәгә юл ҡуймауҙың ышаныслы алымы һәм хәүеф тураһында кешеләргә хәбәр итеүҙең иң һөҙөмтәле сараһы булып тора. Янғын иҫкәрткестәр һәр йортта булырға булырға тейеш. Уларҙы шәхси эшҡыуар Алтынғужиндың Магистраль урамындағы магазинында һатып алырға мөмкин, - тип хәбәр итте район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Моратхужин.

фото/Яндекс

Читайте нас: