Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
23 Сентябрь 2019, 13:36

Дауаханала ришүәт һораһалар

Пациенттан йәки уның туғандарынан бүләк алған табип ҡына түгел, ришүәт биреүсе лә енәйәт ҡыла.

Коррупция халыҡтың именлеген һәм тормош кимәлен тәьмин итеү менән туранан-тура бәйләнгән тармаҡтарҙа, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, айырыуса хәүеф тыуҙыра.

"Иң квалификациялы" белгес тарафынан сиратһыҙ дауаланыу, ҡабул итеү йәки операциялар үткәреү, стационарға ятыуҙы тиҙләтеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә бирелгән бүләктәр – енәйәт яуаплылығына тарттырыла торған "көнкүреш" коррупция ғәмәле. Шул уҡ ваҡытта пациенттан йәки уның туғандарынан бүләк алған табип ҡына түгел, ришүәт биреүсе лә енәйәт ҡыла.

Бындай ғәмәлдәр өсөн РФ Енәйәт кодексының 291-се статьяһында (ришүәт биреү) яуаплылыҡ ҡаралған һәм ришүәт суммаһынан 70 тапҡырға күберәк штраф һалыу менән 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Дауаханала ғына түгел, башҡа урында ла коррупция осраҡтары тураһында һеҙгә билдәлеме? Һеҙ РФ Тәфтиш комитетының тәфтиш бүлектәренә, Эске эштәр министрлығы органдарына, прокуратураға ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Т. ПАНИЧ,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Фото/Яндекс

Читайте нас: