Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
14 Август 2019, 18:47

Телефондан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ

Милли банктың республика буйынса бүлексәһе республика халҡын телефон аша мутлашыу осраҡтарының артыуы тураһында иҫкәртә.

Уҫал ниәт менән эш итеүселәр үҙ номерҙарын банктарҙың рәсми номерҙары менән йәшерергә өйрәнде һәм банк карталарынан аҡса урлау мөмкинлеге биреүсе мәғлүмәттәрҙе ала. Әгәр һеҙгә банктан шылтыратып картағыҙ тураһында мәғлүмәт һорайҙар икән, был һәр ваҡыт уяулыҡ күрһәтеүгә сәбәп булып тора.

Телефон аша банк хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуҙың төп ҡағиҙәләре:

Һәр вакыт банктың рәсми номерын ғына йыйығыҙ. Ул картаның икенсе яғында һәм бакның рәсми сайтында күрһәтелгән;

таныш булмаған номерҙарға ҡабат үҙегеҙ шылтыратмағыҙ һәм СМС ебәрмәгеҙ, “от банка” хәбәрҙәренән һылтанмалар буйынса үтергә ашыҡмағыҙ. Теләһә ниндәй аңлашылмаған хәлдә лә рәсми номер буйынса банкка шылтыратығыҙ һәм мәғлүмәтте оператор аша аныҡлағыҙ;

әгәр һеҙгә банктан, финанс ойошмаһынан йәиһә дәүләт органынан шылтыратһалар, шылтыратыусының фамилияһын һәм вазифаһын асыҡлағыҙ һәм үҙем яңынан шылтыратырмын, тип әйтегеҙ. Трубканы ҡуйығыҙ һәм ойошманың рәсми телефоны буйынса йәиһә банктың “ҡыҙыу линияһы”на ҡабаттан шылтыратығыҙ;

ҡурҡып ҡалмағыҙ һәм ашыҡмағыҙ. Әгәр банк шикле транзакция күрһә, ул шунда уҡ уны ике тәүлеккә тиклем туҡтатасаҡ. Был ваҡыт эсендә һеҙ банкка был операцияны раҫлай, йәиһә туҡтата алаһығыҙ. Ҡарарҙы 48 сәғәт эсендә ҡабул итергә кәрәк – барыһын да яҡшылап уйлау һәм ашыҡмай ғына үҙ аллы банкка шылтыратыу өсөн ошо ваҡыт етә. Әгәр һеҙ бер нимә лә эшләмәйһегеҙ икән, ике тәүлектән һуң банк блокировканы автоматик рәүештә ала һәм операция үтәсәк;

бер ниндәй сәбәп буйынса ла, бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, карта реквизиттарын һәм йәшерен мәғлүмәтте: картаның икенсе яғындағы СVC/CVV-кодты, СМС-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы һәм ПИН-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ.

“Башинформ”.

Фото взята из бесплатного фотобанка

Читайте нас: