Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
3 Июнь 2019, 17:31

Күпер ремонтлана. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ

Раевка – Стәрлетамаҡ юлында Дим йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре бара

8 июндә район һабантуйы үткәрелгән майҙанға теләге булған кешеләргә Раевка ауылының Ҡыҙыл Башҡортостан урамындағы күпер аша үтеп, автоюлға сығырға һәм һабантуй майҙанына барырға мөмкин.

Күпер аша үтеү схемаһы район хакимиәте һәм беҙҙең гәзит сайтында урынлаштырылды.

Раевка-Стәрлетамаҡ юлында күпер аша сыҡҡанда реверсив хәрәкәт ойошторолған, унда ваҡытлыса юл билдәләре һәм светофор ҡуйылған. Шоферҙарҙың хәрәкәт тәртибен һәм тиҙлек режимын күҙәтеүҙәрен, иғтибарлы һәм һаҡ булыуҙарын һорайбыҙ!

Читайте нас: