Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
17 Май 2019, 13:21

Мопедҡа ултырҙыңмы? Ҡағиҙәләрҙе күҙәт!

Йәй етеү менән юлдарҙа скутерҙар йыш күренәбашланы.

Уларҙы йөрөтөүселәр, башлыса, балиғ булмаған үҫмерҙәр, улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен насар белә етерлек тәжрибәләре лә юҡ, был, үҙ сиратында, күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мопедҡа йәки скутерға 16 йәше тулған һәм М категориялы шофер таныҡлығы булған граждандар ғына идара итә ала. Көндөҙ йөрөгәндә лә фаралар янырға тейеш. Шоферҙың, шулай уҡ уның пассажирының мотошлемда булыуы зарур. Ә руль артына яңы кешенең пассажирҙар йөрөтөргә хоҡуғы юҡ, бының өсөн теләһә ниндәй категорияла ла кәмендә ике йыл йөрөтөү тәжрибәһе булырға тейеш.
Статистиканан күренеүенсә, ике тәгәрмәсле мототранспорт йөрөтөүселәргә еңел автомобиль шоферы һәм уның пассажирына ҡарағанда һигеҙ тапҡырға күберәк хәүеф янай. Шуны онотмағыҙ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Салауат ҠОТЛОЕВ,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе.
Читайте нас: