Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
23 Апрель 2019, 12:42

Юл бирегеҙ!

22 апрелдән 29 апрелгә тиклем, бөтә республикағы кеүек, беҙҙең районда ла “Махсус сигнал” операцияһы үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, зәңгәр (йәки зәңгәр һәм ҡыҙыл) төҫтәге ялт-йолт итеп торған маячогы ҡабыҙылған һәм махсус тауыш сигналы биреп яҡынлашҡан транспорт сараһына шоферҙар юл бирергә тейеш, шулай уҡ бындай машиналарҙы уҙып китеү тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға 500 һум штраф йәки бер айҙан өс айға тиклем автомобилгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған.

“Ашығыс ярҙам”, ғәҙәттән тыш хәлдәр, полиция машиналары махсус сигналды ваҡиға урынына тиҙерәк барып етеү өсөн ҡуллана һәм быға граждандарҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге бәйле булыуын онотмағыҙ.

Виталий НАВЦЕНЯ,
юл-патруль хеҙмәте баш инспекторы.
Читайте нас: