Йәш гвардиясы активистар полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә Ыҫлаҡ, Шафран һәм Сураҡай ауылдарының биш сауҙа нөктәһендә булды.
- Үҫмерҙәр, аҙыҡ-түлек магазинына инеп, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ иҫерткес эсемлек һатып алды, - ти район буйынса “Халыҡ контроле” проекты етәксеһе, йәш гвардиясылар лидеры Динар Әхмәҙрисламов. – Һатыусы үҫмерҙәрҙең балиғ булыуҙары тураһындағы яуабынан ҡәнәғәт ҡалды һәм бер ниндәй ҙә документ күрһәтеүҙе талап итмәне. Закон боҙоу тураһындағы бөтә материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде.
- Беҙ закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм балиғ булмағандарға алкоголь һатыуға юл ҡуймау эшен артабан да дауам итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Динар Марат улы.
Фото: Яндекс