Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
4 Февраль 2019, 12:16

Үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ

Кеше иҫәбенә байырға теләгән “йомробаштар”ҙың байрамдары ла, оҙайлы ял көндәре лә юҡ.

Телефондан мутлашыу, элеккесә, кеҫә ҡалынайтыуҙың иң популяр алымы булып ҡала. “Улығыҙ (ейәнегеҙ) полицияла, кешене бәрҙергән, туҡмаған, мәсьәләне хәл итергә кәрәк”... Балаһы өсөн өҙөлөп торған әсәйҙәр, айырыуса изге күңелле өләсәйҙәр, беренсе шылтыратыу менән яҡын кешеһенә ярҙамға йүгерергә әҙер. Ә йүгерергә кәрәкмәй ҙә, түләп ҡотолоу ҙа етә, телефондың теге осондағы “изге күңелле” кеше һорауынса, ярайһы ғына сумманы курьер аша тапшырырға йәки ул әйткән телефон номерына күсерергә кәрәк.

- Һуңғы арала мутлыҡ ҡылыусылар курьер булараҡ таксистарҙы йәлеп итә башланы. Улар аҡсаны алып, күрһәтелгән картаға күсерә, әлбиттә, енәйәт схемаһында ҡатнашыуҙарын баштарына ла индермәй, - тип иҫкәртә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге баш оперуполномоченныйы Эльвир Шәймәрҙанов. – Әгәр һеҙгә мөрәжәғәт итһәләр, юғалып ҡалмағыҙ, тәүҙә туғанығыҙға, яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ. Таныш булмаған кешеләргә бер ҡасан да аҡса бирмәгеҙ.

Район үҙәгендә йәшәүсе ханым ошо көндәрҙә тап шулай эшләгән дә. Алдаҡсылар уның улына ярҙам итеүгә 30 мең аҡса һорағас, ҡатын тәүҙә улына шылтыратып, уның хәлен белә һәм полицияға хәбәр итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда өлкәндәр генә түгел, интернетта үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек хис иткән йәштәр ҙә, заманса гаджеттар, электрон янсыҡ, банк карталары менән ирекле ҡулланыусылар ҙа мутлашыусылар тоҙағына эләгергә мөмкин. “Һеҙгә банктың именлек хеҙмәте шылтырата”. Был һүҙҙәрҙән һәр кем һағайып ҡала һәм, ғәҙәттә, нисек кенә хәбәрҙар булмаһын, барлыҡ һорауҙарға яуап ҡайтара, карта номерын да, икенсе яғындағы өс һанды, смс-хәбәр аша килгән паролде лә әйтеп бирә. Һуңынан ғына, картаһынан аҡсаһы юғалғас, алданыуын аңлай. Раевка ауылынан йәш ҡатын шулай итеп 13 меңдән ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

- Бер ваҡытта ла, бер кемгә лә карта номерын, ПИН-кодтарҙы әйтмәгеҙ, бер ниндәй банк хеҙмәткәре лә уларҙы талап итергә тейеш түгел, - тип кәңәш бирә Эльвир Нәфис улы. – Шунда уҡ банк офисына мөрәжәғәт итегеҙ йәки картағыҙҙа күрһәтелгән номерға шылтыратығыҙ.

Тағы ла бер кәңәш. Хәҙер интернет аша аралашыу һәм шылтыратыу өсөн уңайлы телефон программалары бик күп, енәйәтселәр уларҙы әүҙем ҡуллана. Шуға ла телефондарығыҙға антивирус ҡуйығыҙ, шикле һылтанмаларҙы, улар хатта таныштарығыҙҙан килһә лә, асмағыҙ. Юғиһә, вируслы ҡушымта ярҙамында һәм телефонға бәйләнгән карталағы бөтә мәғлүмәт мутлашыусыларға тапшырыла, аҡсағыҙ юҡҡа сығасаҡ.

Хәҙер күрешеп һөйләшеү урынына күптәр виртуаль аралашыуҙы хуп күрә, был да ҡараҡтарға ҡулай. Социаль селтәрҙәге битегеҙгә инеп, улар дуҫтарығыҙға финанс ярҙам һорап смс-хәбәр яҙырға мөмкин. Бындай ваҡытта “бәләгә тарыған” дуҫыңа шылтыратып йәки күрешеп һөйләшергә лә бит...

Мутлашыусылар күптән популяр “Авито”ны ла үҙ итте, әйбер һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла еңел “төп башына” ултырта улар. Алданғандар араһында әлшәйҙәр ҙә күп.

Енәйәтселәр бер кемде лә йәлләп тормай. Эшкә урынлашырға теләүселәрҙән паспорт күсермәһен һорап, ҙур суммаға кредит алыуҙары ихтимал. Социаль селтәрҙәрҙә ауырыу балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу буйынса хәйриә төркөмдәре асылыу менән шунда уҡ ялған биттәр барлыҡҡа килә, бөртөкләп йыйылған бөтә сумма еңел генә шунда китергә мөмкин. Ә уҙған йылдың көҙөндә республикабыҙ райондарының береһендә йәшәүсе ғаилә башҡа һыймаҫлыҡ хәлгә тарый – ялған эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың ҡалдыҡтарын тыуған яғына ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Башта бензинға, унан һуң ниндәйҙер документтарға, юл сығымдарына аҡса һорайҙар. Фронтовиктың туғандары, дөйөм алғанда, 40 меңгә яҡын аҡсаһын юғалта. Ҡомһоҙлоҡтоң сигенә етеп, иң изге ҡиммәттәрҙе бысратыуҙан да тартынмаған әҙәм аҡтыҡтарын нисек ер күтәрә икән!

- Тормош бер урында ғына тормай, мутлашыусылар аҡсағыҙға хужа булыу өсөн һәр көн яңы ысулдар уйлап таба. Шуға ла бик һаҡ булығыҙ, таныш булмаған кешеләргә ышанып бармағыҙ, хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма вәкиле итеп танытһалар ҙа (уларҙы үҙегеҙ саҡырмаған булһағыҙ), ишек асмағыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы оҙаҡ ваҡытҡа бер үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ, йышыраҡ хәлдәрен белегеҙ, аралашығыҙ. Юғиһә, һеҙҙең өсөн быны “изге күңелле” кешеләр эшләйәсәк. Иғтибарлы һәм һаҡ булһағыҙ, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫһегеҙ, - тип тағы бер тапҡыр иҫкәртә полиция хеҙмәткәре.

Фото: Яндекс

Читайте нас: