Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
31 Июль 2018, 13:42

Ялған саҡырыу өсөн – штраф

Беҙҙә халыҡ оҙаҡ уйлап тормай. Ғаилә низағтарын хәл итеү өсөн психолог түгел, ә полиция саҡыра.

Ә был иһә административ хоҡуҡ боҙоу булып иҫәпләнә һәм бының өсөн штраф та һалына.

Мәҫәлән, янғын һағы, полиция, “ашығыс ярҙам” һәм башҡа махсуслаштырылған хеҙмәттәрҙе уйламай саҡырған өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.13-сө статьяһына ярашлы, 1 мең һумдан алып 1 мең 500 һумға тиклем штраф ҡаралған.

Бер ваҡыт Шафран ауылында йәшәүсе бер ҡатын полицияға шылтыратып, уның менән бергә йәшәгән ирҙе магазинға барғанда участковый туҡмауы һәм администртив протокол төҙөүе тураһында хәбәр итә.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу осрағы булмаған. Профилактик саралар үткәргәндә полицияның участка уполномоченныйы урамда иҫерек гражданинды туҡтата һәм был уға ҡарата протокол төҙөү өсөн нигеҙ була. Был хәл тураһында ир ҡайтып ҡатынына һөйләй. Участковыйға асыуланып, ҡатын полицияға шылтырата. Һәм үҙе үк административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Мировой суд ҡарары менән уға - 1 мең һум, шулай уҡ ялған саҡырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә килтерелгән сығымдар өсөн 5 мең һумдан ашыу штраф һалынды.

Гөлназ СЛЕСАРЕВА,

Эске эштәр министрлығы бүлеге юрисконсульты.

Читайте нас: