Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
25 Июль 2018, 12:43

Ҡош-ҡорт киҙеүе – Башҡортостан сигендә

Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса Федераль хеҙмәт хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы территорияһында үтә хәүефле ҡош-ҡорт киҙеүе киң таралған.

Был ауырыу Курск, Һамар, Пенза, Саратов, Орел, Смоленск, Ростов һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстанда һәм Сыуашстанда шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотҡан граждандарҙың йорт ҡоштары араһында теркәлгән. Айырыуса ҡош-ҡорт киҙеүенең Башҡортостан сигенә килеп етеүе борсоуға һала.

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Ҡурҡыныс ауырыуға юл ҡуймау маҡсатында (ул бөтә ҡош-ҡортҡа ғына түгел, ә төрлө хайуандарға һәм кешегә лә йоға) район ветеринария хеҙмәте йорттарҙағы тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркәләрҙе урамға сығармаҫҡа, уларҙың күсмә ҡоштар менән аралашыуына юл ҡуймаҫҡа кәңәш итә. Сифатлы аҙыҡ ҡына ҡулланыу, хәүефһеҙлек гарантияһы булмаһа, уларҙы һатып алмау һәм ҡырағай ҡоштар үтеп инә алмаҫлыҡ урындарҙа һаҡлау зарур. Күп осраҡта грипп аҙыҡ, һыу һәм инфекция йоҡторған ҡоштан күсә.

Ауырыуҙы йоҡтормау өсөн рөхсәтһеҙ һатыу иткән урындарҙа ҡош ите һәм йомортҡа алмаҫҡа кәрәк. Йорт ҡоштарында сирҙең тәүге билдәләре күренһә һәм улар зыянлаһа, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Һәм, әлбиттә, уларҙы ашатҡанда хәүефһеҙлек һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләре тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.

Барлыҡ төр йорт һәм ҡырағай һыу ҡоштарында үтә хәүефле был киҙеүҙең клиник билдәләре: ҡош әүҙем түгел, тирә-яҡтағыларға иғтибарһыҙ, үҙ-үҙен ғәҙәттәгесә тотмай, башын артҡа ташлай, уны һелкей-һелкей борғолай, муйыны ҡыйшая, йүтәлләй, сөскөрә, танауынан һыу аға, тауыҡтарҙың кикереге, алҡалары шешә һәм күгәрә. Инкубация осоро бер тәүлектән алып өс аҙнаға тиклем һуҙыла.

Ауырыу асыҡланған осраҡта бөтә ҡош-ҡорт юҡ ителә һәм карантин һалына, сикләүҙәр индерелә.

Әгәр һеҙ йомортҡа, ҡош-ҡорт һәм ҡош итен рөхсәтһеҙ һатыуҙарын күрһәгеҙ һәм уның сифаты, хәүефһеҙлеген раҫлаусы ветеринария документтары булмаһа, кисекмәҫтән 8-800-77-55-828 “ҡыҙыу линия” телефоны аша дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Әлшәй район ветеринария станцияһы телефоны: 2-26-96.

Читайте нас: