Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте 2017 йылда алынған килем тураһында декларацияны 3 майҙан да һуңламай тапшырырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә, уны нисек тиҙ һәм уңайлы тапшырыу алымдары менән таныштыра.
- Физик шәхестәрҙең табышына һалым буйынса декларация тапшырыуҙың иң уңайлы һәм тиҙ алымы – “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисы аша. Был хеҙмәт декларацияны ебәреү генә түгел, ә һалым инспекцияһына бармай һәм өҫтәмә рәүештә шылтыратмай ғына уны һалым органы тикшереүе үтеүен күҙәтеү мөмкинлеге лә бирә.
теләһә ниндәй һалым инспекцияһына йәки күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй филиалына (бүлексәһенә) шәхсән барып, логин һәм пароль ярҙамында;
квалификациялы көсәйтелгән электрон ҡултамға ярҙамында;
дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында шәхсән раҫланған иҫәп яҙмаһы ярҙамында.
Һалым декларацияһын һалым органына
шәхсән рәүештә мөрәжәғәт итеп йәки вәкил аша;
почта аша ебәреп;
күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй филиалы (бүлексәһе) аша тапшырырға мөмкин.