Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкәртеү
19 Декабрь 2017, 12:02

Урман һылыуҙарын һаҡлайыҡ

Был көндәрҙәреспубликала “Шыршы-2017” операцияһы уҙа. Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙәнһаҡлау, яңы йылдың төп атрибутын әҙерләү, алып ҡайтыу һәм һатыуға контроллекитеү сараһы 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Был көндәрҙә республикала “Шыршы-2017” операцияһы уҙа. Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙән һаҡлау, яңы йылдың төп атрибутын әҙерләү, алып ҡайтыу һәм һатыуға контроллек итеү сараһы 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Әлшәй урман хужалығы хәбәр итеүенсә, ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫкән өсөн штраф 300 мең һумға тиклем етә. Граждандар өсөн ул – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20 - 40 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә 200-300 мең һум тәшкил итә.
Ағастарҙы күпләп киҫкән йәки уларға зарар килтергән өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һалына йәки ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала. Өҫтәүенә хоҡуҡ боҙоусы килтерелгән зыян хаҡын түләргә тейеш буласаҡ.
Читайте нас: