Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Март 2021, 11:20

Үҫентеләр оҙонға үҫмәһен өсөн ни эшләргә?

Өҫтәмә фитолампа ҡуйылмаһа, үҫентеләр оҙоная, сибеккә әйләнә, бер-береһенә сырмалып үҫә башлай.

Был осраҡта мул уңышҡа өмөт итеп булмай, күләм аҙаясаҡ. Үҫенте ауырыуҙарға дусар ителә. Улар ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә? Буйға үҫкәндәрҙе ҡотҡарыу мөмкинме? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Садиҡова яуап бирә.

"Тәү сиратта үҫентеләрҙең оҙонайыуына килтергән сәбәптәрҙе һанап үтәйек: көн яҡтыһы етмәүе, температураның ҡырҡа үҙгәреүе, ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланмау, үҫентеләрҙе пленка, йә япма аҫтында оҙаҡ тотоу, орлоҡтарҙы ҡуйы итеп сәсеү, һыуҙы күп ҡойоу.

Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ, ул 12-18 сәғәт дауамында яҡтыртырға тейеш. Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы бытыштырып ултыртмағыҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсерегеҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсергәнде яратмай. Өйҙә һауа температураһы 24-25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булып торорға тейеш", - тип кәңәш итә Эльма Садиҡова.

Бынан тыш, белгес бүлмәлә ултырған үҫентеләрҙе ашлау мөһим түгел ти. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға була.

Оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.

Фото: 7dach.ru

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: