Кекс өсөн 1,5 стакан он, 0,5 сәй ҡалағы сода, 0,5 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы аҡ май, 1 сәй ҡалағы ванилин, ит турағыстан үткәрелгән 2-3 сәй ҡалағы лимон ҡабығы, бер лимон согы, 0,5 стакан (әҙерәк тә мөмкин) көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Кекс өсөн форманы көнбағыш майы менән буяйбыҙ һәм бер аҙ он һибәбеҙ. Бер һауытта он, сода, ҡамыр йомшартҡысты бергә ҡушабыҙ. Икенсе һауытҡа йомортҡа, шәкәр ҡомо, май, ванилин, лимон ҡабығын һәм согын һалып миксер менән бутайбыҙ. Өҫтөнә онло ҡатнашманы һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамырға көнбағыш майы һалып, йәнә бутайбыҙ һәм формаға һалып, духовкаға 30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.
Фото:kleo.ru