Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Март 2021, 14:35

Ҡатын-ҡыҙ өсөн шифалы эсемлектәр

Ҡатын-ҡыҙ организмы даими үҙгәреш кисереп тора, ул шулай уҡ һауа торошона ла күпкә һиҙгерерәк.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн шифалы сәйҙәр, төнәтмәләр араһынан ҡурай еләге япрағынан эшләнгәне айырыуса файҙалы. Ул көс бирә, кәйефте күтәрә, организмдағы үҙгәрештәр мәлендә ауыртыныуҙарҙы баҫа, гормональ фонды яҡшырта. Үҙегеҙҙе насар тойған мәлдә көнөнә өс сынаяҡ эсергә мөмкин. Бының өсөн бер аш ҡалағы ҡурай еләге япрағына (киптерелгәне лә бара) 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә кәрәк. Йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителмәй.

Лимон һуты ҡушылған йылы һыу организмды токсиндарҙан таҙарта, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға булышлыҡ итә, иммунитетты, тире торошон, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Лимон һуты лептин тип аталған гормонға тәьҫир итә. Әгәр ул тейешле баланста булмаһа, организм артыҡ майҙы туплай башлай. Рецебы бик ябай: ярты лимондың һутын һығып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм аҙ ғына һыуығанын көтөгөҙ. Был эсемлекте лә иртәнсәк эсергә тәҡдим ителә.

Куркума ҡушылған һөттө “алтын һөт” тип атайҙар. Ул барлыҡ гормондарҙың балансын көйләй, иммун системаһын нығыта, аш эшкәртеүҙе көйләй, шулай уҡ йүтәлдән дә килешә. Шифалы эсемлекте яһау өсөн 200 мл ҡайнаған һөткә 0,5 балғалаҡ куркума һалып болғағыҙ. Шулай уҡ тәм өсөн бал ҡушырға мөмкин. Тынысландырыу һәләтенә эйә был эсемлекте йоҡлар алдынан эсеү яҡшы.
Читайте нас: