Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Ғинуар 2021, 18:49

Лимон һәм әфлисун бәлеше

Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сөпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он кәрәк буласаҡ. Эслеккә берәр лимон, әфлисун, бер стакан шәкәр ҡомо һалына.

Өй температураһында иретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ. Йылымыс һөткә шәкәр ҡомо, сөпрә, тоҙ һалып бер аҙ тотабыҙ. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, береһен пирогтың аҫҡы өлөшө өсөн ҙурыраҡ итеп йәйәбеҙ.

Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамыр йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән әфлисунды, емештәренән таҙартып, ит турағыстан сығарабыҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп болғатабыҙ һәм өс өлөшкә бүләбеҙ.

Пирогты, ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Өҫтөнә берәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо, аҡ май, он болғатып һибергә була. Уртаһында, һауа сығарыу өсөн бәләкәй генә тишек ҡалдырабыҙ. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ.

Читайте нас: