Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Ноябрь 2020, 17:25

Тештәрҙе ағартабыҙ

Был рецепт өсөн грек сәтләүеге ҡабығы һәм 1 стакан һыу ғына кәрәк.

Сәтләүек ҡабығын һыуҙа 20 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Һыуынғас, уны һөҙөп алабыҙ. Теш щеткаһын сәтләүекле ҡайнатмаға манып алабыҙ. Артабан уның менән теште ныҡ ҡына таҙалайбыҙ. Был процедураны көнөнә 3 тапҡыр, тештең таштары юҡҡа сыҡҡансы ҡабатлайбыҙ. Ике аҙнанан һуң һөҙөмтә һеҙҙе ҡыуандырыр.
Сәтләүек ҡабығы бактерияларға ҡаршы көслө сара ла булып тора, шул уҡ ваҡытта эмаль тышын алама ҡатламдарҙан таҙартырға ла булышлыҡ итә. Шулай уҡ теш ҡаҙналары ҡанап торғанда ла файҙалы, елһенеү тиҙ юҡҡа сыға.
Читайте нас: