Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Ноябрь 2020, 20:00

Ҡат-ҡат тунлы...

Кәбеҫтә халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Баш, тамаҡ ауыртҡанда, мастопатия, тубыҡ артрозы булғанда, тән бешкәндә уны киң ҡулланалар.

Кәбеҫтәне юҡҡа ғына “баҡса батшабикәһе” тимәйҙәр. Ул һаулыҡ өсөн бик файҙалы, витаминдар һәм минералдарға бик бай. Унан бешерелгән аштарҙы һәм бәлештәрҙе, салаттарҙы кем генә яратмай? Ҡышҡылыҡҡа уны бер нисә юл менән тоҙларға ла була.

Ундағы витамин U (язваға ҡаршы витамин һанала) ашҡаҙандағы һәм бөйәндәге сей яранан, экзема, псориаз, нейродермиттан дауалай. Кәбеҫтә халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Баш, тамаҡ ауыртҡанда, мастопатия, тубыҡ артрозы булғанда, тән бешкәндә уны киң ҡулланалар.

Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре

*Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ. Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға.

*Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауыт ҡына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). *Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә, ғәҙәттә, ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ.

Корейса кәбеҫтә

Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, бер аҙ әсе борос кәрәк булыр.

Маринад эшләү: бер литр һыуға ике аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майын бергә ҡушып ҡайнатырға. Һауытҡа эре итеп туралған кәбеҫтә, ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡ һалырға. Өҫтөнә маринад ҡойоп, банкаларҙы ябып, бүлмә температураһында бер нисә көн тоторға.

Баллы кәбеҫтә

10 килограмм кәбеҫтәгә 100 – 150 грамм тоҙ, 300 - 500 грамм кишер, ике сәй ҡалағы әнис, 1/4 сәй ҡалағы кориандр, хуш еҫле ҡара борос, алма, груша, слива кәрәк булыр.

Кәбеҫтәне турап, тоҙ менән ыуырға. Һауытҡа туралған алма, груша, слива менән аралаштырып һалырға. Кәбеҫтәнең һәр ҡатламы 15 сантиметрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Өҫтөнә йөк баҫтырып ҡуйырға. Кәбеҫтә әсеп, һуты барлыҡҡа килгәс, уны түгергә. Бер литр һыуға 170 грамм иҫәбенән шәкәр ҡомо һалып, һыуҙы ҡайнатырға. Ул һыуынғас, кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡойорға. Бер нисә көндән баллы кәбеҫтә әҙер була.

Фото: oldfarmer.ru

Читайте нас: