Нимә менәндер даими рәүештә ашлап торорға кәрәк, - тип, сәскәләр үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша социаль селтәрҙәрҙә Гөлдәр Йәғәфәрова.
- Магазинда АЗОФОСКА тип аталған бөртөклө (гранулированное) ашлама бар. Уның составы - 16:16:16 - N:Р:K - азот:фосфор:калий. Белеүебеҙсә, азот һабаҡтарҙы үҫтерә, фосфор тамыр һәм һабаҡ өсөн, ә калий сәскәләргә кәрәк. Яңы сәскәләр яңы һабаҡта барлыҡҡа килә, тимәк сәскә атҡан саҡта ла азот кәрәк була.
Норма буйынса 1 аш ҡалағын өймәләп итмәй генә 10 литр һыуҙа болғаталар. Тәүҙә бәләкәй һауытта 40 градус тирәһе һыуҙа иҙеп алырға, алдан ултыртып торһаң да була. Ә бына петуниялар сәскә ата башлағас, һәр һыу ҡойған һайын ашлама ла индереп барыу өсөн был норманы 4 тапҡыр кәметергә кәрәк. 0,5 аш ҡалағы ашламаны иҙеп алам да үлсәмдәргә бүленгән һауытыма ҡоям, 1 литрға еткәнсе һыу өҫтәйем. Шуның 500 мл -ын, йәғни яртыһын 10 л һыуға ҡушам, икенсе яртыһын тағы 10 л һыуға болғатам. Бына шундай итеп иҙелгән ашламаны һәр һыу һипкән һайын ҡойорға тип кәңәш бирәләр беҙгә. ДАИМИ эшләгәндә генә һөҙөмтә буласаҡ.