Нишатыр спиртын, йәғни аммиак ҡатнашмаһын баҡсала ашлама булараҡ та, төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡланыу сараһы итеп тә ҡулланырға мөмкин.
Ҡатнашма бик яҡшы азотлы ашлама булараҡ билдәле, ә әсе, ҡырҡыу еҫе һәм составындағы аммиак ҡоротҡостарҙан ҡотолоу өсөн яҡшы сара булып һанала.
Аммиак бик тиҙ осоп парға әйләнә, шуға күрә һыу ҡушылған ҡатнашманы шунда уҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Аммиак парынан зыян күреп ҡуймау өсөн был эштәрҙе саф һауала башҡарығыҙ һәм мотлаҡ һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткә ҡулланығыҙ.
Шулай итеп, нишатыр спирты ниндәй үҫенте, йәшелсә өсөн нисек ҡулланыла?
Һуған себененән ҡотолоу өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты (10 процентлы) һалып һибегеҙ. Был эште башҡарғандан һуң тупраҡты бер аҙ йомшартып сығығыҙ, шулай һөҙөмтә яҡшыраҡ буласаҡ. Ошо уҡ ҡатнашма һуғандың һәм һарымһаҡтың остары ваҡытынан алда һарғая башлаһа ла кәңәш ителә. Ул шулай уҡ кишер өсөн дә файҙалы. Кишергә был ҡатнашманы ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә мөмкин.
Ҡыярҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау һәм уңышын күтәреү өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы нишатыр спирты ҡушығыҙ. Ул кебләнән, ау үргән талпандан һәм башҡа ҡоротҡостарҙан ҡотҡарыр. Шулай уҡ ҡыярҙың япраҡтарын иртә һарғайыуҙан, йәғни уңыш биреүҙән туҡтауҙан һаҡлар.
Кәбеҫтә өсөн дә нишатыр спирты - бына тигән сара! Уңышығыҙҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты, бармаҡ башындай кер һабынын ҡырып һалығыҙ. Был ҡатнашманы һибеү кәбеҫтәнең тығыҙ булып формалашыуына ла ыңғай тәьҫир итә.
Еләк өсөн дә ҡатнашма 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нашатырь спирты иҫәбенән әҙерләнә. Быны йәй дауамында өс тапҡыр – иртә яҙҙа, сәскә атыр һәм тәүге уңыш әҙер булыр алдынан эшләргә кәңәш ителә.
Сәскәләр өсөн дә файҙалы буласаҡ аммиаклы ҡатнашма. Уларға ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә мөмкин. Ул саҡта үҫентеләрегеҙ, гөлдәрегеҙ күкрәп сәскә атып һөйөндөрөр.