-6 °С
Болотло
Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, йомшартҡыс ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Эслек өсөн ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бутап һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!