Туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йә иһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән һары башлы бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур булыуын күптәр белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Әммә ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, зинһар, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына ыңғай тәьҫир итә. Был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, көсөргәнешле борсолғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә.
Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡта һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмдан яфаланғанда ауыртҡан урындарға һөртәләр.
Бәпембә үләненән рецептар
Аяҡтар ауыртҡанда. Ярты литрлыҡ ҡараңғылатылған шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, 2-3 флакон одеколон бушатабыҙ һәм 2-3 аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ.
Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә. 1 аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып 15 минут талғын утта ҡайнатырға. Ярты сәғәт төнәтергә. Берәр ҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.
Сәстәрҙе тәрбиәләү сараһы. 1 аш ҡалағы яңы ғына йыйылып туралған бәпембә япраҡтарына 200 мл ҡайнар һыу өҫтәргә. Был бешерелгән һыуҙы баштың тиреһенә ышҡырға һәм тотош сәскә һөртөргә. Башты таҫтамал менән урарға һәм 30 минут көтөргә. Һуңынан башты йыуырға. Бындай маска сәсте нығыта.
Шифалы ҡайнатма. 200 бәпембә сәскәһен йыябыҙ, 1 лимонды ваҡ итеп турайбыҙ, бер литр һыу өҫтәйбеҙ һәм 6-7 сәғәт төнәтәбеҙ. Һар-ҡытабыҙ, һығып сығарабыҙ, төнәтмәгә 1 кг шәкәр ҡушабыҙ һәм уртаса утта сәғәт ярым ҡайнатабыҙ. Бындай ҡайнатма тәме буйынса балды хәтерләтә. Ул бауыр ауырыуҙарында, хатта цирроз булғанда бик файҙалы.
Әммә, дуҫтар, һәр нәмәлә лә сама белеү кәрәк. Бында ла ҡаршы күрһәтмәләр бар, белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.