Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Аҙ ғына уяулығыңды юғалттыңмы, ваҡ ҡырмыҫҡа, тараҡан, хатта бөрсә ишеләр һөжүм итергә күп һорап тормай.

Шуныһы бигерәк тә асыуҙы килтерә: бөтә ерҙә ялт иткән таҙалыҡ булып та, кухня өҫтәлендәге кәнфит, емештәр, печенье кеүек тәм-том араһынан ҡырмыҫҡа пәйҙә булыусан...

Ҡырмыҫҡа

* Ерән ҡырмыҫҡанан ҡотолоуҙың иң уңайлы, арзанлы ысулы – әфлисун һәм лимон ҡабығын ҡулланыу. Бының өсөн ҡабыҡтарҙы киптерергә, шунан һуң уларҙы шкаф эсенә, өҫтәлгә, ҡырмыҫҡалар күренгән иҙән мөйөштәренә ҡуйып сығырға кәрәк. Бөжәктәр цитрус еҫен яратмай. Шуға күрә бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар фатирҙан ҡасасаҡ.

* Иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе – бор кислотаһы менән ем. Эш шунда: ҡырмыҫҡа, ҡайғыртыусан әсә кеүек, оянан сыҡмайынса ғына йәшәгән "туғандары"на ла ризыҡ алып ҡайта. Шулай итеп, ағыулы емгә ҡыҙыҡҡан бөжәк, үҙе лә һиҙмәҫтән, бөтә "саф"ты юҡ итә. Ем әҙерләү өсөн бор кислотаһын балға, йә бешкән йомортҡа һарыһына ҡушалар ҙа ҡырмыҫҡа күренгән урындарға ҡуялар. Тик емде аҙна һайын ҡарап, барлап торорға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ул кипкәс, бөжәктәрҙе ҡыҙыҡһындырмай башлай. Ҡырмыҫҡалар юҡҡа сығып бөтмәгән икән, емде яңыртырға кәрәк.

Тараҡан

Был ерәнгес бөжәккә ҡаршы көрәштә лә бор кислотаһын ҡулланыуҙан яҡшыһы юҡ. Һөҙөмтәле лә, кешегә, бесәй-маҙарға да зыянһыҙ. Унан килеп, әллә ҡайҙарҙан эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй: теләһә ҡайһы аптеканан һатып алырға мөмкин. Тараҡан һыулы урындарҙы яратҡанлыҡтан, иң элек йыуыныу бүлмәһендә, бәҙрәфтә һыу үткәргес крандары тирәһен, шулай уҡ иҙәндең барлыҡ мөйөштәрен, вентиляция тишектәрен бор кислотаһына сылатылған мамыҡ менән ышҡып сығырға кәрәк. Кислота аша йүгереп үткән тараҡандарҙың үлемен тиҙләтеү өсөн шул уҡ бор кислотаһы менән ем әҙерләү һәйбәт. Бешкән йомортҡа йәки бәрәңгегә кислота, бер аҙ ғына үҫемлек майы ҡушып, ҡатнашманан бәләкәй генә йомарламдар әүәләргә лә кипкәнсе йылы урынға йәки тәҙрә төбөнә ҡуйып торорға кәрәк. Шунан уларҙы тараҡанлы урындарға (бигерәк тә кухня, йыуыныу бүлмәләре иғтибар үҙәгендә булырға тейеш) урынлаштырабыҙ.

Читайте нас: