Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Апрель 2020, 13:30

Ҡасан битлек кейергә?

Өйҙә маска кейеп йөрөү мотлаҡ түгел.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин коронавирус инфекцияһы мәсьәләләре буйынса брифингта медицина маскаһын күп кеше менән аралашҡанда йәки урамға сыҡҡанда ғына кейергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Өйҙә маска кейеп йөрөү мотлаҡ түгел. Әммә өйөгөҙҙә ауырыған йәки респираторлы инфекция билдәләре менән кеше булһа, ул ваҡытта битлек кейеү мотлаҡ.

Өҫтәп шуны әйтке килә, республикала коронавирус менән ауырыған дүртенсе кеше һауыҡҡан. Яңы коронавирус инфекцияһының өҫтәмә ике осрағы раҫланды. 6 апрелгә ҡарата Башҡортостанда бөтәһе раҫланған диагноз менән ун пациент теркәлгән.

Фото: Яндекс

Читайте нас: